Ултырыш эшендә, Совет депутаттарынан тыш Башҡортостан Республикаһы Башлығы советнигы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ағзаһы С.Ғ.Әхмәтов; Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара бәйләнешлек итеү идаралығы начальнигы И.Р.Әхмәтвәлиев; Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Р.Р.Нуриәхмәтов; Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.К.Рахманғолов; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе С.Ф.Харасов; Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт-хоҡуҡи идаралығының суд вәкиллеге һәм ярлыҡау бүлеге мөдире С.С.Сәғитов, шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, Стәрлебаш районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар һәм учреждениелар, район хакимиәтенең структур подразделениелары етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев алып барҙы. Көн тәртибенә «Контракт буйынса Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында» тигән бер мәсьәлә ҡуйылды.
Был мәсьәләне тикшереү өсөн һүҙ конкурс комиссияһы рәйесе Рәмил Нуриәхмәтовҡа бирелде, ул район хакимиәте башлығы вазифаһына ике претенденттың исемен атаны. Тауыш биреү тәртибенә ярашлы, һәр депутат бер кандидат өсөн генә тауыш биреү хоҡуғына эйә булды. Асыҡ тауыш биреү барышында депутаттар Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Камил улы Рахманғоловты тәғәйенләргә тигән берҙәм ҡарар ҡабул итте.
Артабан һүҙ Спартак Ғәли улы Әхмәтовҡа бирелде. Ул Рәстәм Камил улын тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, уңыштар теләне. Элекке район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа район мәнфәғәтендә күп йыллыҡ эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Кисәгегә ҡарағанда күберәк эшләргә кәрәк. Район халҡы көн һайын яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күрергә тейеш. Уларға һәйбәт юлдар, яҡтыртылған урамдар, эш урындары кәрәк. Әлбиттә, йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Уларҙы хәл итеү өсөн бер, биш, ун, егерме йылға программалар булдырыу зарур. Инвестициялар менән эште көсәйтергә, тыуған ауылдарын үҫтереүгә өлөш индерергә әҙер булған райондан сыҡҡан яҡташтарыбыҙҙы йәлеп итергә кәрәк, - тигән тәҡдимдәрен белдерҙе Спартак Ғәли улы.
Искәндәр Әхмәтвәлиев сығышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән Рөстәм Камил улын яңы тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, уға һәм залда ултырыусыларҙың барыһына ла ҡуйған маҡсаттарына ирешеү өсөн берҙәм команда менән эшләүҙәрен теләне.
Яуап һүҙендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов депутатлыҡ корпусына ярҙамдары һәм ышаныстары өсөн рәхмәт белдереп, стәрлебаштарҙың эшһөйәрлеген һәм дуҫтарса мөнәсәбәтен билдәләне.
- Тәү сиратта, ауыл хужалығы культураларын үҫтереүселәргә, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам итергә, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Һис шикһеҙ, районда күп эш башҡарылған, әммә башҡараһы эштәр ҙә бихисап, - тине ул. Сығышын Рөстәм Камил улы: «Эшләйәсәкбеҙ!» тип тамамланы.
Ошоноң менән дүртенсе саҡырылыш район Советының сираттан тыш 33-сө ултырышы ябыҡ тип иғлан ителде.
Фаягөл ЙОСОПОВА. М.ҒӘНИЕВ фотоһы.