Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
12 Апрель 2019, 12:10

Йәмәғәт фекер алышыуы буласаҡ

Был турала күрһәтмә ҡабул ителдеБашҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районы Первомайский ауылында таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшө урынын һайлауҙа йәмәғәт фекерен иҫәпкә алыу маҡсатында:

1. Стәрлебаш районы муниципаль районы Первомайский ауылында таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө урынын һайлауҙа йәмәғәт тикшереүе 2019 йылдың 14 майында 16.00 сәғәттә район элемтә узелы бинаһында (Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 109) үтеүен билдәләргә.

2. Первомайский ауылында таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө урынын һайлауҙа граждандар тәҡдимдәре Башҡортостан Республикаһы, Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97 адресы буйынса (эш көндәрендә 9.00-17.00 сәғәттәрҙә) Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәтенә ебәрергә мөмкин булыуын билдәләргә.

Тәҡдимдәр ҡабул итеүҙең һуңғы көнө - 2019 йылдың 13 майы.

3. Мәғлүмәт-аналитика эше һәм эштәр менән идара итеү бүлегенә (Г.А.Мәхмүтова) әлеге күрһәтмәне 2019 йылдың 12 апреленән дә һуңламай Интернет селтәренә Стәрлебаш районы муниципаль районының рәсми сайтына урынлаштырырға.

4. Әлеге күрһәтмәнең үтәлешен контролдә тотоуҙы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллинға йөкмәтергә.
Читайте нас: