Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
22 Февраль 2019, 12:06

Республиканың 100 йыллығына

Район хакимиәте тарафынан «Стәрлебаш районы муниципаль районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләү тураһында» күрһәтмә ҡабул ителде. Ойоштороу комитеты һәм төп саралар планы раҫланды.

Билдәле датаға әҙерләнеү даирәһендә «100 йыл дуҫлыҡта һәм татыулыҡта» халыҡ ижады коллективтарының, «Йондоҙсоҡтар» вокалсыларының, «Бер быуатҡа тиң оҙон юл» тасуири шиғыр уҡыусылар конкурсының район фестиваль - концерттары, «Иман нуры» мөнәжәт әйтеүселәрҙең төбәк конкурсы һ.б. үткәрелә.

Белем биреү ойошмаларында шулай уҡ төрлө темаларға конкурстар үтәсәк. Райондың ауыл биләмәләрендә һәйкәлдәр, юл стелалары һәм аншлагтар яңыртыласаҡ.

Ә республиканың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә тантаналы сара 29 мартта район Мәҙәниәт йортона була.
Читайте нас: