Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
12 Февраль 2019, 13:08

Республиканың 100 йыллығына ҡарата

Район хакимиәте тарафынан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған «Дуҫлыҡта һәм татыулыҡта 100 йыл» үҙешмәкәр сәнғәт район смотр-конкурсын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Ошоға бәйле, ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар һәм ауыл биләмәләре араһында әлеге сараны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты һәм положение раҫланды.

Ауыл биләмәләре сәғәт ярымлыҡ программа, ойошмалар - төрлө жанрҙар буйынса биштән дә кәм булмаған художество номерҙары тәҡдим итә.

Бөтә номинацияла ла иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар Гала-концертта Дипломдар һәм приздар менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: