Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
8 Февраль 2019, 12:14

Йомғаҡтар яһалды, яңы бурыстар билдәләнде

Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждениелар, предприятиелар, ойошмалар һәм тейешле хеҙмәттәр етәкселәре ҡатнашлығында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһы ултырышы булды.

Унда район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин 2018 йылда Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса Рәсәй системаһы Башҡортостан территориаль подсистемаһының Стәрлебаш звеноһы эшенә йомғаҡ яһаны һәм киләһе осорға бурыстар билдәләне.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса күҙәтеү эшмәкәлеге һәм профилактик эш идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы Рәсим Мөхәмәтйәнов һәм Стәрлебаш комплекслы газ хеҙмәтенең газ ҡоролмалары мастеры Радмир Бакиров 2019 йылдың ҡышҡы осоронда йорттарҙа һәм күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа газ ҡоролмаларынан һәм электр йылытыу приборҙарынан файҙаланғанда өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү тураһында һөйләне.

Шулай уҡ Стәрлебаш районы территорияһында янғындарҙы һәм утта кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың үлеүен иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеү зарурлығы тураһында мәсьәләләр тикшерелде, ағымдағы йылда ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия эше планы раҫланды.

Үҙ хәбәрсебеҙ. И.КӘРИМОВ фотоһы.


Читайте нас: