Күрһәтмәлә ауыл биләмәләре башлыҡтарына:
- территорияларҙа көҙгө-ҡышҡы янғын йәһәтенән хәүефле осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса норматив-хоҡуҡи акт ҡабул итергә;
- халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү зарурлығын аңлатыу һәм балаларҙың ҡараусыһыҙ ҡалыуын сикләү өсөн барлыҡ ауылдарҙа граждандар йыйындары үткәреүҙе ойошторорға;
- ауыл территорияларында янғын гидранттары, тышҡы янғын һүндереү баҫҡыстары һәм инвентарҙар һаҡлаған урындарҙы төнгө ваҡытта яҡтыртыуҙы, янғын-ҡотҡарыу техникаһының ауылдарға һәм ауыл эсендә биналарға (ҡоролмаларға), янғын һүндереү өсөн һыу менән тәьмин итеү урындарына ҡаршылыҡһыҙ барыуын, уларҙы ҡар һәм боҙҙан таҙартыуҙы тәьмин итергә;
- «Торлаҡ» профилактик операцияһы даирәһендә граждандарҙың торлағының янғынға ҡаршы торошон, шул иҫәптән имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙең, профилактик иҫәптә торған, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан кешеләрҙең йәшәгән урындарында комиссия менән тикшереү үткәрергә, өй эсендәге электр һәм газ селтәрҙәре, йылытыу приборҙарының тейешле торошта булыуына контроллек тәьмин итергә тәҡдим ителде.
Бында район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегенә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса барлыҡ милек ойошмалары етәкселәренә лә был йәһәттән профилактик эште көсәйтеү яғынан тәҡдимдәр булды.
Күрһәтмәне үтәүгә контроллек итеү район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллинға йөкмәтелде.