Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
30 Октябрь 2018, 12:35

Информацион белдереү!!!

25 октябрҙә муниципаль район Советының XXIV ултырышы үтте. Депутаттарҙан тыш, унда район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның урынбаҫарҙары, район хакимиәте бүлектәре етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район прокуроры, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев алып барҙы.

Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләрҙе тикшерер алдынан, Юнир Ханмырҙа улы ағымдағы йылдың 9 сентябрендә 6 һанлы Ашҡаҙар һайлау округы буйынса район Советына өҫтәмә һайлауҙар үткәреү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса депутат итеп район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ғәлиева Рәйфә Хисаметдин ҡыҙы һайланды. Ю.Х.Рысаев уны ҡотлап, депутат таныҡлығы тапшырҙы.

Көн тәртибенә биш мәсьәлә ҡуйылды. Мәхмүтов Наил Мәжит улына «Стәрлебаш районының хөрмәтле гражданы» исемен биреү тураһында»ғы беренсе мәсьәлә буйынса Совет секретары А.Р.Мусаҡаева сығыш яһаны.

«2018 йылға, 2019 һәм 2020 йылдарҙың планлы осорона Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советының ун бишенсе ултырышының 2017 йылдың 19 декабрендәге 15-5 һанлы ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында»ғы икенсе мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы В.Ғ.Шәрипова мәғлүмәт бирҙе.

«Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса эштәр торошо тураһында»ғы өсөнсө мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова сығыш яһаны.

«Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында» 2010 йылдың 27 июлендәге 201-ФЗ һанлы Федераль законды муниципаль район территорияһында бойомға ашырыу тураһын»ғы дүртенсе мәсьәлә буйынса иҡтисад бүлеге начальнигы И.А.Туҡтаров мәғлүмәт бирҙе.

«Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында» Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство-ара Советы мәғлүмәтен тикшереү тураһында»ғы бишенсе мәсьәлә буйынса сектор мөдире - муниципаль хеҙмәт, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлегенең юрисконсульты И.М.Собханғолов сығыш яһаны.

Тикшерелгән барлыҡ мәсьәләләр буйынса депутаттар тарафынан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.


Читайте нас: