Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
15 Октябрь 2018, 12:19

Архивҡа бәйле һорауҙарға яуап бирҙе

Уҙған аҙнала районыбыҙҙа эш сәфәре менән БР Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илфат Ғәлләмов булып китте. Тәүҙә Илфат Вәйес улы урындағы үҙидара органдары эштәре менән идара итеүселәр һәм район архивын комплектлау сығанаҡ-ойошмалары вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе, ә артабан шәхси мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Тәүҙә Илфат Вәйес улы ҡатнашыусыларға республикала архив эштәре торошо тураһында һөйләне. Район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы Гүзәлиә Хафизова беҙҙең район архивында эштәр торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Стәрлебаш районы буйынса Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова сығышында пенсия фондының район архивы менән эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Артабан граждандарҙы ҡабул итеү булды. Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигына барлығы өс кеше килде. Әмир ауылынан Илвир Хәлитов (һүрәттә) үҙенең хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуын рәсмиләштереү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. Уға Оборона министрлығының Хәрби комиссариаты архивына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелде. Венера Воронова уның тормош иптәшенең I дәрәжә «Аварияларһыҙ эшләгән өсөн» күкрәккә таға торған билдәһе менән бүләкләү тураһында таныҡлыҡты эҙләүҙә ярҙам һораны. Ҡатынға республиканың Милли архивына яҙма мөрәжәғәт яҙырға тәҡдим ителде. Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Мансур Сөйәрғолов шәжәрә төҙөү өсөн ревизия мәғлүмәттәренең өс өлөшөн ҡайҙан табырға мөмкин булыуын аныҡланы. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла кәңәш биргәндән һуң, Илфат Ғәлләмов райондың архив бүлегендә булды, унда архивтың матди-техник базаһы торошо менән танышты, М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: