Балансында газ менән тәьмин ителгән объекттары булған предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, торлаҡ фондын ҡарап-тотоу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән идара итеү компаниялары һәм ойошмалар, район хакимиәтенең белем биреү идаралығы етәкселәренә айлыҡ даирәһендә планлаштырылған сараларҙа әүҙем ҡатнашырға кәңәш ителде.
Планлаштырылған саралар иҫәбендә: айлыҡ барышында коммуналь-көнкүреш объекттарының газ хужалығы өсөн яуаплы шәхестәр, мәктәп һәм башҡа белем биреү йорттары уҡыусылары, торлаҡ, производство һәм ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы менән Көнкүрештә газдан файҙаланыу ҡағиҙәләре, төтөн юлдарын, вентиляция каналдарын ҡарап-тотоу, газ үткән биналарға һауа инеүҙе тәьмин итеү һ.б. тураһында әңгәмәләр үткәреү.