Объекттарҙы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә ваҡытында әҙерләү буйынса пландар яҙ башланғансы төҙөлгән булһа ла, эштәрҙе башҡарыу темптары түбән ҡала, тип билдәләне ул. Киләсәктә эштәр бик күп, шул иҫәптән урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы һәм «Ысын эштәр» проекты даирәһендә лә башҡараһы эштәр бихисап. Мәҫәлән, 1 һәм 2 һанлы балалар баҡсаларында, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә электр үткәргестәр алмаштырыласаҡ, Әмир һәм Хәлекәй ауыл мәҙәниәт йорттарының ҡыйығы ремонтланасаҡ. Фәнүр Зөфәр улы етәкселәрҙең иғтибарын аҡсаны экономиялау мәсьәләһенә йүнәлтте. Ә был туранан-тура биналарҙа йылылыҡты һаҡлауға йоғонто яһай, бының өсөн ишектәр һәм тәҙрәләр ныҡлы ябылырға тейеш. Ул шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, автономлы янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыу тураһында хәтергә төшөрҙө.
Район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллин етәкселәр араһында тәртип, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса аныҡ саралар пландарын төҙөү һәм уларҙы бүлеккә 29 июнгә тиклем тапшырыу зарурлығы тураһында һөйләне. Ағымдағы йылда фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү буйынса бик күп эштәр булыуын билдәләне. Һыу инеү миҙгеле осоронда һыу ятҡылыҡтарында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Ильяс Ғаяз улы ауыл биләмәләре башлыҡтарына һыу ятҡылыҡтарында һыу инеүҙе тыйыусы билдәләр ҡуйырға кәрәклеген хәтергә төшөрҙө.
Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге инспекторы З.З.Ханнанов янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса эштәр торошо тураһында сығыш яһаны. Ул янғындар, уларҙың сәбәптәре тураһында статистик мәғлүмәттәр килтерҙе, үткәрелгән профилактик эш һәм янғындарҙы кәметеү өсөн кәрәкле саралар тураһында һөйләне.
Барлыҡ тикшерелгән мәсьәләләр буйынса комиссия тарафынан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.