Халыҡтың газ ҡорамалдарын эксплуатациялағанда хәүефһеҙлек тәьмин итеү, коммуналь-көнкүреш объекттарында, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларында газдан файҙаланғанда аварияларҙы һәм бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында, 1 марттан 31 мартҡа тиклем газдан хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау айлығы үткәрергә ҡарар ителде. Уны үткәреү өсөн комиссия булдырылды. Ойоштороу-техник саралар планы раҫланды. Торлаҡ фондын ҡарап тотоу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән һәм балансында газ үткән объекттар булған предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәренә унда әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителә.