Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
19 Ғинуар 2018, 13:49

Рухи сәләмәтлек һәм социаль уңыш нигеҙе

15 ғинуарҙа район хакимиәтенең ултырыштар залында «Башҡортостандың рустар соборы» Төбәк ижтимағи ойошмаһы урындағы бүлегенең отчет һайлау конференцияһы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, район Советы секретары А.Р.Мусаҡаева, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район үҙәгенең ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре, делегаттар ҡатнашты.

Конференцияла 27 делегат ҡатнашты. Улар алдында һуңғы осрашыуҙан башлап ошо осорҙа бүлек эшенә йомғаҡ яһау, шулай уҡ бүлек советының яңы составын, уның рәйесен һәм контроль-ревизия комиссияһын һайлау бурысы тора ине. Беренсе булып йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығы Фәнүр Зөфәр улы сығыш яһаны. Ул милли сәйәсәтте көйләү һәм районда милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе тотороҡландырырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Артабан делегаттар алдында отчет менән рустар Соборының урындағы бүлек етәксеһе Эдуард Денисов сығыш яһаны. Ул бүлек үткән ике йылғы эшенә йомғаҡ яһаны. Уның сығышында ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙе баһалау һәм бүлектең башҡарма комитеты эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре яңғыраны. Э.А.Денисов сығышында райондың рус телле халҡы православие традицияларын тергеҙеүгә ярҙам итеүсе һәм башҡа барлыҡ район байрамдарында, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Ҡойоноу осороноң тамамланыуын белдергән «Илья көнө» рус милли мәҙәни байрамы быға асыҡ миҫал. Уҙған йыл ул Айҙарәле ауылында булды. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Крещение, ҡышты оҙатыу, «Масленица», Пасха байрамдары һәйбәт ойоштороу дәрәжәһендә үтә.

Һуңынан делегаттар башҡарма комитеттың һәм контроль-ревизия комиссияһының яңы составы ағзаларын һайланы. Инициатив төркөм тарафынан туғыҙ кешенән торған бүлек советы составын төҙөү тәҡдиме индерелде һәм ул асыҡ тауыш биреү менән хупланды.

Ижтимағи ойошма составына мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре һәм пенсионерҙар инде.

Соборҙың урындағы бүлеге советы рәйесе итеп бер тауыштан йәнә Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Денисов һайланды, уның урынбаҫары район үҙәгенең 2 һанлы балалар баҡсаһы мөдире Елена Кислякова. Контроль-ревизия комиссияһына «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенең ижтимағи-сәйәси бүлеге мөдире Елена Хәлиуллина етәкселек итәсәк.

Лиана ЙӘРМИЕВА.
Читайте нас: