Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Март 2021, 17:40

Беҙҙекеләргә - 100 мең һум!

"Театраль Волга буйы" фестиваленең өс еңеүсеһе араһында Башҡортостандың театр студияһы ла бар.

Еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы тура бәйләнеш форматында үтте. Беҙҙең Бәләбәй ҡалаһынан "Браво" театр студияһы, 68 балл йыйып, 3-сө урынға сыҡты. Уларға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ.
"Браво" фестивалдә "Әлинур" спектаклен ҡуйған. Оскар Уайльд, Всеволод Мейерхольд, Юрий Бонди, Наталья менән Юрий Давыдовтарҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәренең режиссеры - Олег Данилин.
Башҡортостандың "Театраль Волга буйы" фестивалендәге уңышы был ғына түгел. Яна Яблокова афишалар конкурсында шулай уҡ өсөнсө урынға сыҡҡан.
Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, ошо уҡ ойошмала театр буйынса белгес Тәнзилә Ҡалмырҙина ҡатнашты.
Фестивалдең төбәк-ара баһалама ағзалары - Фәрдүнә Ҡасимова, Әхтәм Абушахманов, Мөсәлим Күлбаев, Таңсулпан Бабичева, Сара Буранбаева.
Фото: "Башинформ".
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Be-ekel-rg--100-me--um-737309/
Читайте нас: