Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2021, 12:35

«Кубоктар лигаһы»ның икенсе миҙгеленә старт бирелде

«Торатау» конгресс-холында шаян һәм тапҡыр йәштәр көс һынаны.

Пандемияға бәйле туҡталып торған «Кубоктар лигаһы» йәнә тамаша йыйҙы. Көлкө бәйгеһендә «Шаҡмаҡ», «Бер минут», «Филпром», «Хәмит», «Ритайым» һәм Юниор лигаһынан килгән «Тегенән-бынан» командалары сығыш яһаны.
Командалырҙың сығышын башҡорт эстардаһының йәш артистары, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы чемпиондары баһаланы. Призлы урындарҙан тыш, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет роле» номинацияһы еңеүселәре билдәләнде. Ә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе «Иң яҡшы шаяртыу» өсөн «Хәмит» командаһын бүләкләне.
«Миҙгел асыу» фестивалендә «Бер минут» командаһы еңеү яулап, «Супер кубок» финал уйынына сыҡты. Унда иң шаян һәм тапҡыр команда аҡсалата приз һәм Сочиҙа үтәсәк КВН уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы өсөн көрәшәсәк.
Яңылыҡ һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: