Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Март 2021, 11:50

Сәхнәлә шаяндар һәм тапҡырҙар!

21 март «Торатау» Конгресс-холында башҡорт КВН уйындары башланды. Пандемия сәбәпле туҡталып торған «Кубоктар лигаһы» йәнә тамашасылар өсөн эш башланы.

Өфөнән «Тегенән-бынан», «Шаҡмаҡ», «Бер минут», Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Филпром», Әбйәлил районы Хәмит ауылынан «Хәмит» һәм Күгәрсен районынан «Ритайым» командалары тос, үткер шаяртыуҙары менән тамашасыларҙың күңелен күрҙе.

Ике сәғәт буйы барған көлкө бәйгеһендә командалар тамашасы һәм жюри иғтибары өсөн аяуһыҙ көрәште. Һәр ярышта ла еңеүсе һәм еңлеүселәр була. Был юлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын — БЕР МИНУТ (Өфө)
2-се урын — РИТАЙЫМ (Күгәрсен районы)
3-сө урын — ТЕГЕНӘН-БЫНАН (Өфө).

Бынан тыш иң сағыу уйынсылар ҙа махсус бүләктәр менән билдәләнде. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» (Айгөл — ФИЛПРОМ) һәм «Иң яҡшы ир-егет роле» (Айгиз — ТЕГЕНӘН-БЫНАН) номинацияларын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Фирҙәт Ғәлиев менән Гөлмирә Исмәғилева тапшырҙы.

«Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды» етәксеһе Гөлназ Йосопова «Иң яҡшы шаяртыу» номинацияһында Әбйәлилдең Хәмит ауылынан Ниязды бүләкләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова йәштәрҙең туған телде яратыуы һәм хөрмәт итеүҙәрен билдәләп үтте һәм тапҡыр, отҡор егеттәргә рәхмәтен еткерҙе. Уның ҡулынан «Махсус бүләк» РИТАЙЫМ менән ШАҠМАҠ командаларына эләкте.
Мәҡәлә һәм фото Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас: