Нимә ул спорт бал бейеүе? Был тиҙ хәрәкәттәр, пластика, үҙ тәнең менән оҫта идара итеү, көс - дәрт, ул - тормош!
Дөрөҫөн генә әйтәм, балаларҙың бейегәненә ҡарап күптән бындай һоҡланыу хисе кисергәнем юҡ ине. Төрлө йәштәге 40 ҡыҙ һәм малай төрлө вальс, латин, ча - ча - ча, самба, румба, джайва кеүек бейеүҙәр буйынса ярышты. Был шул тиклем ғәжәйеп булды! Ғорур күтәрелгән баштар, төҙ арҡалар, янып торған күҙҙәр, матур йылмайыуҙар, тиҙ һәм әкрен хәрәкәттәр. Улар бейеп кенә ҡалманы, ә тулыһынса бейеүгә бирелде. Ә былар аҙнаһына өс тапҡыр мөләйем һәм шул уҡ ваҡытта талапсан етәксе Ольга Кузик ярҙамында ныҡышмалы күнегеүҙәр арҡаһында мөмкин булған.
- Спорт бал бейеүҙәре - матур ғына түгел, файҙалы ла, - тип иҫәпләй Ольга Игоревна.- Улар түҙемлелек һәм дисциплинаға өйрәтә. Малайҙар үҙҙәрен ҡыҙҙар менән джентельмендар кеүек тоторға өйрәнә. Был шулай уҡ ҙур физик йөкләмә лә. Тәжрибәлерәк бейеүселәр һәр ҡайһыһы 1,5 минуттан торған һигеҙ бейеүҙе бер рәттән башҡара. Улар репетицияларҙа бөтә көстәрен һалып шөғөлләнә.
Балаларҙа музыкаға ынтылыш барлыҡҡа килә, улар үҙ - ара аралашырға, үҙҙәрен матур күрһәтергә, кейенергә һәм башҡа матур сифаттарға өйрәнә.
Бейеү конкурстары - айырым донъя, ул бейеүселәрҙә үҙҙәрендә һәм бейеү тормошонда бик күп нимә аса.
Был юлы беҙҙә балалар - беренсе йыл шөғөлләнгән мәктәпкәсә йәштәгеләр, балалар һәм үҫмерҙәр ярышты. Еңеүселәр үҙҙәренең йәш төркөмөндә Дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
- Конкурс өсөн беҙгә зал һәм балаларға сығыш яһарға мөмкинлек биргәндәре өсөн район Мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венера Латиповаға айырыуса рәхмәтемде белдерәм.
Конкурста һәр ҡатнашыусының туғандары, яҡындары, дуҫтары килеп бейеүселәрҙе дәртләндерҙе.
...Тамашасылар матурлыҡ, грация һәм бейеү донъяһынан алған ҙур тәьҫораттар менән ҡайтып китте. Стәрлебаш балаларының (2014 йылдан алып) бейеүҙәр, шул иҫәптән профессиональ бейеүҙәр менән шөғөлләнергә мөмкинлектәре булыуы шатландыра. Әйткәндәй, беҙҙең район башҡа райондар араһында бал бейеүҙәре үҫешкән берҙән - бер район.