Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Февраль 2021, 14:10

Йондоҙҙар ерҙә ҡабына

Йондоҙло күк менән һоҡланмаған кеше юҡтыр донъяла. Миллиардлаған йондоҙҙар беҙҙе әсир итә һәм шул ваҡытта үҙенә тартып тора кеүек. Йондоҙҙарҙың барлыҡҡа килеүе - ғәҙәти булмаған күренеш һәм был кешелекте күп быуаттар ҡыҙыҡһындыра. Был турала күп легендалар һәм мифтар барлыҡҡа килгән. Әммә йондоҙҙар күктә генә түгел. Ерҙә лә йондоҙҙар ҡабына һәм балҡый, тик уларҙың исемдәре генә башҡаса.

7 февралдә Балалар ижад йорто тарафынан ойошторолған «Йондоҙсоҡтар» район вокал фестиваль-конкурсының йомғағы яһалды.
Эпидеомиологик хәлгә бәйле, конкурс дистанцион форматта үтте. Уның шарттары буйынса төшөрөлгән видеоны #Звёздочки2021_ДШИСтерлибашево хештегы менән «Бәйләнештә» сайтына ҡуйырға кәрәк ине.
Башланғыс, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары, 2, 3, 4 һанлы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре конкурста әүҙем ҡатнашты. Ағымдағы йылда Айҙарәле һәм Тәтер-Арыҫлан мәктәптәре уҡыусыларының әүҙемлеген билдәләү һөйөнөслө.
Конкурста ҡатнашыусылырҙың сығыштары башҡарыу оҫталығы; артистизм; дөйөм тәьҫорат критерийҙары буйынса ун баллы система буйынса баһаланды. Конкурста ҡатнашыусылар бурыстарын тулыһынса үтәне.
Сығыш йомғаҡтары буйынса Арина Фәхриева (3 һанлы балалар баҡсаһы), Анелия Мөхәмәтйәнова (4 һанлы балалар баҡсаһы), Яна Давыдова (Стәрлебаш башланғыс мәктәбе), Ралина Юнысова (Тәтер-Арыҫлан мәктәбе), Рәил Зарипов һәм Илшат Ғүмәров (Балалар сәнғәт мәктәбе) өсөнсө дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Рәмил Зарипов (1 һанлы балалар баҡсаһы), Мәҙинә Расаева (2 һанлы балалар баҡсаһы), Валерия Звягинцева, Таһир Тайғонов (Стәрлебаш башланғыс мәктәбе), Наҙгөл Абайҙуллина һәм Венера Шәрипова (Балалар сәнғәт мәктәбе), Розалина Сәләхетдинова (1-се мәктәп) икенсе дәрәжә лауреат булдылар.
Самира Химайдинова (3 һанлы балалар баҡсаһы), Сафира Ҡунаҡҡужина(Стәрлебаш башланғыс мәктәбе), Амелия Рафиҡова, Рәниә Ғәлиева, Эльвина Мөрәсова һәм Индира Хәбибуллина (бөтәһе лә Балалар сәнғәт мәктәбенән) беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.Ә Гран-приҙы быйыл Илүзә Ҡаҙаҡбаева (Балалар сәнғәт мәктәбе) яуланы.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бына тағы яңы йондоҙсоҡтар балҡыны! Улар ҙур сәхнәгә сығыу менән тағы ла сағыуыраҡ балҡыр, тип ышанабыҙ!
Маргарита СӘЛИХОВА, Балалар сәнғәт мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: