Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Ғинуар 2021, 02:00

«Йондоҙ бул - 2018»

Яңы йыл каникулында район үҙәгендә традицияға ярашлы бихисап саралар үткәрелә. Улар араһында иң тамашалыһы - «Йондоҙ бул» йәш эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, ул, тәү сиратта, яңы таланттарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Ә конкурс күрһәтеүенсә, улар беҙҙең районда аҙ түгел.

Конкурста райондың төрлө ауыл биләмәләренән 17 йәштән 35 йәшкә тиклем үҙешмәкәр эстрада йырын башҡарыусылар ҡатнашты. Жюри ҡатнашыусыларҙы бер нисә критерий буйынса баһаланы: башҡарыу оҫталығы, вокал һәләттәре, репертуар, сәхнә мәҙәниәте. Эсрада йыры байрамы бер тында үтте. Конкурсанттарҙың барыһы ла үҙҙәрен сәхнәлә тота белеүҙәрен, хис-тойғоларын, һәм әлбиттә, вокал мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Тәтербаш ауылынан Анна Тимофеева конкурстың абсолют чемпионы булып, Гран-при яуланы. Ҡыҙ - И.Яковлев исемендәге Чебоксар педагогия институты студенты, төрлө йылдарҙа ошо конкурста күп тапҡыр ҡатнашҡан һәм лауреат булған. «Өс ул тураһында баллада» тип аталған ауыр композицияны башҡарып, тамашасыларға уның тәрән мәғәнәһен еткерә алыуы менән жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы.

Конкурс лауреаттары дипломы эйәләре булған башҡа ҡатнашыусылар ҙа юғары башҡарыу оҫталығы кимәлен күрһәтте. Гөлназ Ғарифуллина (Айҙарәле ауылы) I, Гөлфиә Назарова (Ямғырсы) - II, Денис Клявлин (Ямғырсы) - III дәрәжә конкурс лауреаттары, Розалия Әйүпова (Первомайский) - I, Розалина Бикмөхәмәтова (Ҡарағош) - II, Гүзәл Камалова (Ҡуғанаҡбаш) - III дәрәжә конкурс дипломаттары булды.

Был конкурс яңы таланттарҙы, яңы исемдәрҙе асып ҡына ҡалманы, йыйылыусыларға һәйбәт кәйеф, ыңғай тәьҫораттар ҙа бүләк итте.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото Ю.КОЖЕВИНА тарафынан бирелде.
Читайте нас