Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Декабрь 2020, 15:13

«Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы барышында «ҡыҙыу бәйләнеш» акцияһы ойошторола

10-11 декабрҙә «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы барышында халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог ярҙамы күрһәтеү өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш» ойошторола.

Башҡортостанда йәшәүселәр психиатр-нарколог, психотерапевт һәм психологтарҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультация алырға мөмкин. Иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем бушлай 8-800-700-01-83 номерына шылтыратып, эскелек, наркомания, реабилитация менән бәйле ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға була. Консультацияны Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге, Республика клиник психиатрия дауаханаһы, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы белгестәре үткәрә. Акцияны ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. https://www.bashinform.ru/news/1529191-v-ramkakh-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-startuet-aktsiya-goryachaya-liniya/
Читайте нас: