Улар муниципаль этапта еңеү яуланы. Конкурс программаһы сиктәрендә бер нисә ай дауамында мәҙәни, спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырған башҡа әһәмиәтле саралар уҙғарылған. Конкурстың сағыу мәлдәре видеояҙмала урын алған.
Проектта айырыуса актив ҡатнашҡан 3 ауыл «Стәрлетамаҡ районының айыҡ ауылы» номинацияһында еңеүселәр тип билдәләнде:
1 меңдән алып 3 меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдар араһында — Наумовка ауылы;
200-ҙән алып 1 мең кешегә тиклем халыҡ йәшәгән ауылдар араһында — Күсәрбай ауылы;
200 кешенән әҙерәк йәшәгән ауылдар араһында — Мырҙаш ауылы.
Һөҙөмтәлә, конкурс критерийҙары буйынса Күсәрбай ауылы еңеү яуланы, тап ошо ауыл «Айыҡ ауыл — 2020» республика конкурсында Стәрлетамаҡ районы данын яҡлаясаҡ. Еңеүсегә проект символы төшөрөлгән стилләштерелгән флаг тапшырылды.
Хәҙер Ташйылға һәм Күсәрбай ауылдары халҡы республика этабына әҙерлек башлай, тәү сиратта, уларға заявка тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото Ҡоролтай сайтынан алынды.