Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2020, 18:30

Башҡорт балы *Рәсәй тәме* конкурсында икенсе урында килә

“Рәсәй тәме” милли гастрономия конкурсында ҡатнашҡан 508 төбәк брендының 24-е – бал.

Башҡортостан, киң билдәле умартасылыҡ төбәге булараҡ, өс позиция тәҡдим итте. Улар – Башҡорт балы, Иглин балы һәм Бөрйәндең солоҡ балы. Тәү ҡарашҡа, һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел кеүек, сөнки Рәсәйҙәге татлы ризыҡтар араһында Башҡорт балы алдынғылыҡты ышаныслы яуларға тейеш. Әммә асылда иһә, хәл башҡасараҡ икән. Балдар араһындағы ярышта Башҡорт балы, 27 ноябргә 5730 тауыш йыйып, икенсе урынды биләй. Баҡтиһәң, Татар балынан ҡалышабыҙ, өҫтәүенә күрше республикала “Кукмара балы” тигән бренд аҫтында сыҡҡан йәнә бер татлы ризыҡ үксәбеҙгә баҫып килә. Беҙҙең Бөрйән һәм Иглин балдары конкурстың был рейтингында 16-сы һәм 17-се урындарҙы биләй.
Башҡорт балының сифаты ла яҡшы, танылыу ҙа яулаған, тик уға тауыштар һаны ғына етмәй. Дөйөм рейтингта ул хатта тәүге егерме иҫәбенә лә инмәгән. Конкурста призлы урынға дәғүә итеү өсөн тағы ла кәмендә 15 мең тауыш йыйырға кәрәк.
Дуҫтар, тауыш бирәйек! Бының өсөн “Рәсәй тәме” конкурсы сайтына (https://russiantastes.ru/) инергә һәм Башҡорт балын һайларға кәрәк.
Читайте нас: