Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Декабрь 2019, 10:25

"Рәсәй лидерҙары" бәйгеһенең ярымфиналы башлана

Илдә “Рәсәй – мөмкинлектыр иле” президент платформаһының “Рәсәй лидерҙары-2020” идарасылар конкурсы дауам итә. Башҡортостан, Татарстан республикалары һәм Түбәнге Новгород өлкәһе бәйгенең ярымфиналына саҡырылған идарасылар һаны буйынса алдынғы урында.

Әлеге ваҡытта дистанцион һайлап алыу этабына йомғаҡ яһалды. Дөйөм алғанда, төбәк ярымфиналына 2988 кеше саҡырылған, уларҙың – 335-е Волга буйы федераль округынан. Ғинуар һәм февраль айҙарында барлыҡ федераль округтарҙа ла ярымфинал бәйгеләре үтәсәк. Унда конкурсанттар суперфиналға сығыу өсөн көс һынашасаҡ. Был турала “Рәсәй – мөмкинлектәр иле”нең генераль директоры, “Рәсәй лидерҙары” конкурсы етәксеһе Алексей Комиссаров хәбәр итте.
– Конкурстың ярымфиналына саҡырылған ҡатнашыусылар һаны буйынса тәүге ун төбәк исемлеге бындай: Мәскәү – 458 кеше, Санкт-Петербург – 241, Свердловск өлкәһе – 143, Ставрополь крайы – 131, Дағстан Республикаһы – 115, Ростов өлкәһе – 101, Новосибирск өлкәһе – 97, Краснодар крайы – 96, Мәскәү өлкәһе – 90 һәм Приморье крайы – 76 кеше, – тине Алексей Комиссаров.
Быйыл “Рәсәй лидерҙары-2020” конкурсында ҡатнашыр өсөн барлығы 233830 ғариза килгән. Дистанцион тесты 91355 кеше үткән. Уларҙың барыһы ла анкета тултырған, видеоинтервью һалған һәм этаптың ҡағиҙәләрен ҡабул иткән. Тестың икенсе блогына 20232 кеше үткән. Бөтә һынауҙар һөҙөмтәһе буйынса ярышта 2988 кеше ҡалған.
Волга буйы федераль округы буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн 41965 ғариза килгән. Икенсе этапҡа 335 кеше саҡырылған. Башҡортостандан – 50, Түбәнге Новгород өлкәһенән – 48, Һамар өлкәһенән – 41, Татарстан Республикаһы нан– 49, Пермь крайынан – 31, Һарытау өлкәһенән – 24, Удмурт Республикаһынан – 15, Ырымбур өлкәһенән – 13, Киров өлкәһенән – 12, Сыуаш Республикаһынан – 16, Ульянов өлкәһенән – 7, Пенза өлкәһенән – 11, Мордва Республикаһынан – 11, Мари Иле Республикаһынан – ете кеше.
Суперфиналға ни бары 300 кеше сығасаҡ. Уларҙың барыһы ла бер миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Конкурстың еңеүсеһе тип 100 кеше таныласаҡ, илдең алдынғы идарасылары уларҙың уҡытыусыһы буласаҡ.
Бәйгенең өсөнсө миҙгеленә саҡырылған конкурсанттарҙың 81 проценты – ир-ат, 19 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Сағыштырыу өсөн: икенсе ярымфиналға 14,3 процент ҡатын-ҡыҙ үтһә, беренсе миҙгелдә 14,8 процент ине.
– Ярымфиналға саҡырылған ҡатнашыусылар араһында 31-ҙән 35 йәшкә тиклемге кешеләр иң күбе. Артабан 36-нан 40 йәшкә тиклемгеләр һәм 27-нән 30 йәшкә тиклемгеләр килә. Сит илдән ҡатнашыусылар ҙа бар. Һигеҙ сит илдән 18 вәкил саҡырылды. Улар Беларусь, Украина, Израиль, Ҡаҙағстан, Эстония, Польша, Латвия һәм Ҡырғыҙстандан, – тине Алексей Комиссаров.
Фото: yandex.ua
Автор: Альфия Мингалиева

Читайте нас: