Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Декабрь 2019, 20:05

Иғтибар, яңы конкурс! "Ауылымдың Яңы йыл ҡаласығы!"

Яңы 2020 йылды ҡаршылауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡала-ауылдар әкиәт донъяһылай биҙәлә, бар ерҙә байрам кәйефе. Ошоно күҙ уңында тотоп, "Йәшлек" гәзите Башҡортостандың ауыл биләмәләрендә Яңы йылға әҙерлек барышын күрһәтергә булды.

Әйҙәгеҙ, кемдең нимәһә маһир икәнен асыҡлайыҡ! Ауылығыҙҙың Яңы йыл ҡаласыҡтарын: боҙ һындарын, ҡар тауҙарын, биҙәлгән шыршыларҙы күрһәтегеҙ!

Шарттары:
- "Бәйләнештә" селтәренә үтеп, гәзитебеҙ төркөмөндәге нығытылған пост аҫтына комментарий итеп, Яңы йыл ҡаласығы фотоларын һалырға. Ҡайҙа төшөрөлгәне, кемдәр эшләгәне тураһында яҙыу мотлаҡ! Бер нисә фотонан коллаж эшләргә лә мөмкин,
- "Йәшлек" гәзитенең төркөмөнә инергә.
Һылтанмаһы: https://vk.com/yeshlek_gazite,
- мөмкин тиклем дуҫтарығыҙҙы төркөмгә ҡушылырға саҡырырға,
- ошо постты дуҫтарығыҙға таратырға кәрәк.
Фотоһүрәттәр бөгөндән, 17 декабрҙән алып, 30 декабргә тиклем ҡабул ителә! Ашығығыҙ!

Бүләкте шәптән әҙерләнек: еңеүсе ауыл биләмәһенә ғинуар айында "Йәшлек" гәзите журналистары барып, ҙур репортаж яһаясаҡ!

Һүрәттә: Баймаҡ районының Ишей ауылы балалар баҡсаһы быйыл ошолай ҡаласыҡ эшләгән.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-tibar-ya-i-konkurs--Auilimdi-Ya-i-yil-alasi-i-42784/
Читайте нас: