Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Декабрь 2019, 14:50

Яңы бәйге!

“Шоңҡар” Башҡортостан йәштәре журналы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шәжәрәне һәм нәҫел тамырҙарын өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатҡан йөкмәткеле инсценировкалар һәм пьесалар бәйгеһе иғлан итә.

Еңеүселәргә дипломдар һәм 1-се урын алыусыға 15 мең һум, 2-се урынға лайыҡ булыусыға 10 мең һум, 3-сө урынды бүлешеүсе өс авторға 5-әр мең һум аҡсалата премия ла ҡаралған. Ижади ҡомарлы барса уҡыусыларҙы ла ярышта ҡатнашырға саҡырабыҙ! Бәйге шарттары – түбәнгә беркетелгән документта.
#Шоңҡаржурналы #Драматургиябәйгеһе
https://shonkar.rbsmi.ru/news/y-ns--ya-i-b-yge-25564/
Читайте нас: