Был үҙенсәлекле сарала Рәсәйҙең 16 төбәге, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 220-нән ашыу оҫта, шул иҫәптән беҙҙең Стәрлебаш районынан шәл бәйләү оҫталары ла ҡатнашты. Бында бөтә республика буйлап алтын ҡуллы һөнәрселәр генә йыйылғайны. Өйрәнсектәргә уларҙан үҙҙәре теләгән, ҡыҙыҡһынған теге йәки был сәнғәт төрө буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып, ҡул эштәренә өйрәнеү мөмкинлеге лә бирелде.
Сағыу байрам даирәһендә башҡорт шәленә арналған иң яҡшы реклама ролигына конкурс ойошторолдо. Бында ҡатнашҡан 9 район иҫәбендә "Стәрлебаш биҙәктәре" фольклор коллективы I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Шулай уҡ бында төрлө сувенирҙар, биҙәүес әйберҙәре, һауыт-һаба, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр йәрминкәһе лә эшләне. Программа буйынса күңел асыу саралары ла, Рәсәй етештереүселәренең билдәле коллекциялары күргәҙмәһе лә булды, милли ризыҡтар ҙа тәҡдим ителде, ижади коллективтар ҙа сығыш яһаны.