Яуыш, Әбдрәшит, Дыуан-Мәсетле, Аҙанғол ауылынан килгән был апайҙар матур кейемдәре, француз яулыҡтары, тәңкәле түшелдеректәре менән әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә.
—Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың боронғо милли кейемдәрен тергеҙәбеҙ. Беҙҙең яҡта борон ҡатын-ҡыҙҙар ҡалпаҡ кейгән. Яулыҡ аҫтынан да кейгәндәр, шул көйө генә лә. Бына шундай ҡалпаҡтарҙы мәрйен менән биҙәп, уҡа ептәр менән ҡайып эшләйбеҙ. Тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдеректәр, сигеү өлгөләребеҙ ҙә бар, — тип таныштыра улар үҙҙәренең ҡул эштәре менән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sige-g-l--tege-g-l-o-ta-m-setlel-r-30647/