Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Декабрь 2019, 20:00

«Айыҡ ауыл - 2019» конкурсының район этабы тамам

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл - 2019» конкурсының республика этабына үтеүсе ауылдар иғлан ителде.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән "Айыҡ ауыл - 2019" конкурсының тәүге этабы тамамланды. Республика этабына заявкалар 7 декабргә тиклем ҡабул ителә. Икенсе этапта район кимәлендә еңеүсе ауылдар ҡатнаша. 7 декабрҙән алып 23 февралгә тиклем төрлө саралар үткәрелеүе, 24-28 февралдә - презентацияларҙы яҡлау, 1-10 мартта интернетта тауыш биреү ҡаралған.

«Айыҡ ауыл - 2019» конкурсына старт июлдә бирелгәйне. 19 ноябргә тиклем муниципаль этап үтте. Ошо ваҡыт арауығында республиканың 52 районынан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. Иң күп ҡатнашыусылар — Илеш һәм Баймаҡ райондарынан.

Һәр районда тиерлек сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән спорт саралары, йыйылыштар, мәктәп уҡыусылары менән әңгәмәләр, "Ҡаҙ өмәһе" байрамдары үткәрелде. Миҫал өсөн, Белорет районы халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Улар ҡорот, сәк-сәк эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, бал ҡорттарын тотоу серҙәренә төшөндөрҙө, һарыҡ йөнөн эшкәртергә өйрәтте. Ошо һәр һөнәр менән ауыл ерендә шөғөлләнеп, тормош көтөргә була.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзалары сараларҙа әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: