Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Ноябрь 2019, 10:45

Түңәрәк шәл дә матур икән

“Шәлем түңәрәк түгел” тип йырҙа йырлаһалар ҙа, Ейәнсура оҫталары түңәрәк шәл бәйләгән.

Районда ойошторолған “Ейәнсура шәле-2019” фестиваль-конкурсында быйыл да кәзә дебетенән бәйләнгән әллә күпме әйбер осратырға мөмкин. Шәлдең ниндәй генә төрҙәре юҡ: аҡлы-ҡаралы, күкле-ҡыҙыллы тиһеңме, йоҡа һәм ҡалын косынкалар, йөнө ҡалҡып торған йомшаҡтары..

"Ейәнсура шәле" сараһы йәнә бер тапҡыр райондың үҙ бренды булыуын иҫбатланы. Бында 17 ауыл биләмәһе һәм учреждение ҡатнашты. Ҡырҡтан ашыу оҫтабикәнең эштәре "Иң яҡшы шәл" номинацияһына тәҡдим ителде. Сирғол ауылынан Зилә Степанова - "Селтәрле шәл", Иҙәштән Роза Ураҡаева "Мамыҡ шәл" номинацияһында гран-при яуланы.

Район башлығының махсус призы менән Ҡарғалынан Фәймә Түләбаева бүләкләнде. Зилә Степанова "Ейәнсура шәле"нә Башҡортостандың 100 йыл тулыуға бағышланған шәлен алып килгән. Әйтеүенсә, был эште башҡарыуға бер ай ваҡыт киткән.

Шулай ҙа фестивалдең төп биҙәге һәм йәме Һүрәмдәрҙең түңәрәк шәле булған.

Республика баҫмаларынан.


Читайте нас: