Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2019, 11:00

Китап һөйөүселәр өсөн конкурс!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсы иғлан итте. Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башлана.

Бәйгенең икенсе йүнәлеше - «Мин башҡортса уҡыйым» конкурсына эссе-фекерләү формаһында яҙылған баһаламалар ҡабул ителә.

Был конкурста уҡылған әҫәр буйынса тәьҫораттар менән уртаҡлашырға.

Баһалағанда авторҙың үҙ ҡарашын теүәл еткерә алыуы, эмоциональ фекерләү ҡеүәһе иҫәпкә алына. Автор әҫәргә ҡыҙыҡһыныуын аңлата, яҙыусыға йә айырым әҫәргә шәхси мөнәсәбәтен тасуирлай. Күтәрелгән проблеманың мөһимлеге, көнүҙәклеге асыҡлана.

Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙә баһаламаның исеме, ҡатнашыусының исем-шәрифе, уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға), уҡытыусы исеме (әгәр булһа), • телефон, электрон адресы мотлаҡ яҙылырға тейеш.

Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.

Эштәр “конкурс” билдәһе менән [email protected] адресына ебәрелә һәм #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла.

Жюри ағзалары ҡатнашыусы менән башҡорт телендә аралашыу өсөн әңгәмә ойошторорға хоҡуҡлы.

Конкурстың положениеһы менән Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми битендә https://vk.com/kurultaibashkir һәм Башҡорт теле көнөнә үткәрелгән саралар сәхифәһендә https://vk.com/bashkorttelekono танышырға мөмкин.

Эштәр 8 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Конкурсҡа йомғаҡ жюри тарафынан декабрҙә яһала. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты социаль селтәрҙәрҙә иғлан итәләсәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47 .

#БашҡортТелеКөнө #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир
Читайте нас: