Был бәйгелә 74 кеше ҡатнашырға теләк белдерһә лә, һайлау турын 42 генә йырсы үтә алды.
Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ейәнсура, Бөрйән, Салауат райондары вокалистарынан тыш, Ҡаҙан, Чистополь, Аткарск, Мәскәү, Ульяновск, Ҡытай, Ҡырым Республикаһынан да йырсылар көсөн һынаны.
"Башҡорт халыҡ йыры" номинацияһында Әлфиә Мырҙабаева еңеү яулаһа, "Татар халыҡ йыры"нда Линар Шәймөхәмәтов беренсе урын алды, "балалар" номинацияһында иһә Инсаф Ғәнибаев еңде.
"Йәннәт" вокаль ансамбле "Иң яҡшы коллектив" тип танылды.
"Академик йыр" номинацияһында - Сәрүәр Ҡадиров, "Башҡорт эстрада йыры" номинацияһында - Ләйсән Ҡаһирова, "Татар эстрада йыры" номинацияһында - Светлана Хәсәншина, "автор-башҡарыусы" номинацияһында Азамат Даутов беренсе урынға сыҡты.
Быйыл был сара "Мәҙәниәт" милли проектҡа индерелеп, РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән үткәрелгән.