Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Октябрь 2019, 16:50

Бейеү конкурсы әүҙем бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән бейеү конкурсына Өфө ҡалаһының Шамонин ауылы балалары ла ҡушылған.

Ундағы "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә Америка Ҡушма Штаттарынан килгән Самуил Севедж исемле малай ҙа бейей.

Радий Хәбиров башҡорт бейеүен иң оҫта башҡарыусыға үҙенсәлекле бүләк әҙерләйәсәге тураһында хәбәр иткәйне. “Дарман” ансамбленең видеояҙмаһы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә таралған һәм Интернет ҡулланыусыларҙың һөйөүен яулаған.
Читайте нас: