Балалар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы уҡыусылары менән бер рәттән Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районынан да ҡатнашалар.
Баһалама ағзалары - ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссер Наилә Сәфәрғолова, батырҙың нәҫеле Виктор Хәкимов, яҡташы Әлтәф Ғәйфуллин, шағирә Лариса Абдуллина.
Урал тимер юлы колледжы студенттары Сыңғыҙ һәм Аяз Кәримовтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләгенә лайыҡ булды. Конкурста видео шиғыр менән ҡатнашҡан Ҡариҙел районы ҡыҙы Гөлсөм Ғәлимйәнова ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.