Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Сентябрь 2019, 11:46

Өс балаһы ла ағыулана

Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул, һәр аҙымыңды уйлап эшләргә кәрәк. Ҡалмыҡ Республикаһында өс бала химикаттар менән ағыуланған.

Бер бала һәләк булған, икәүһен санавиация ярҙамында Элистаға илткәндәр. Ҡыҙҙарға ни бары ике-дүрт йәш. Табиптар әлегә уларҙың сәләмәтлеге хаҡында бер ни ҙә әйтмәй, сөнки хәлдәре ауыр.


Яшалта ауылында йәшәгән ғаилә өйҙәренең беренсе ҡатында игенде химикат менән ағыулай, ә ҡыҙҙары икенсе ҡатта була. Ағыу парҙары өҫкө ҡатҡа күтәрелә. Моғайын, тәҙрәләре ябыҡ булғандыр, бүлмәләрҙе елләтмәгәндәрҙер, тип фараз итә табиптар.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: