Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Сентябрь 2019, 11:48

Өләсәй бурҙарҙы төп башына ултыртҡан

Телефондан шылтыратып, кешеләрҙән аҡса талау – бөгөн киң таралған енәйәт төрҙәренең береһе. Бер ҡатлыларҙы нисек кенә алдамайҙар. Намыҫын юғалтҡан әҙәм аҡтыҡтарының ниәтен тиҙ генә белеү мөмкин дә түгел.

Күптән түгел Марина Ивановнаның фатирында телефон шылтырай һәм билдәһеҙ кеше: «Ейәнегеҙ ҡот осҡос авария яһаны. Ҡорбандар бар. Уға биш йылға тиклем төрмә янай. Уны төрмәнән ҡотҡарырға теләһәгеҙ, кисекмәҫтән түләгеҙ», – тип хәбәр итә.

Мария Ивановнаның «күпме кәрәк?» тигән һорауына «200 000 һум етә» тип яуап бирәләр.
Өләсәй, ауыр көрһөнөп, өйөндә күп аҡса юҡлығы, банкка барырға кәрәклеге тураһында белдерә. Ҡорбандың ярайһы уҡ хәйләкәр булыуы тураһында бурҙарҙың башына ла инеп сыҡмай: «Әбекәй, хәҙер «Жигули» килеп етер ҙә һеҙҙе банк янына илтеп ҡуйыр», – тип әйтеп, трубканы һалып ҡуялар.

Мария Ивановнаның аҡсаһы һаҡланған банк ҡаланың икенсе осонда булып сыға. Өләсәй унда ярты сәғәт самаһы була. Машина янына кире әйләнеп килгәс, ул карта кодын онотоуы тураһында белдерә: «Кодты дәфтәремә яҙып ҡуйғанмын, ә ул баҡсамда ята», – ти ул алдаҡсыларға.
Әбейҙең баҡсаһы ҡаланан 30 километр алыҫлыҡта икән. Ул баҡса йортона инеп китә лә картуф менән һуған тултырылған ике тоҡты һөйрәп алып сыға.


Уғры егет: «Инде банкка барырға мөмкиндер?» – тип еңел һулап ҡуя. Ә өләсәй иҫе китмәй генә: «Кеше банкка картуф менән һуған тейәп бармай инде», – тип фатирына кире илтергә ҡуша.
Бур әҙәм, Мария әбейҙең фатирына тоҡтарҙы күтәреп ингәс, үҙен полиция хеҙмәткәрҙәре көткәнен күрә. Бына шулай аҡыллы ла, хәйләкәр ҙә өләсәй бурҙарҙы төп башына ултырта.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: