Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Август 2019, 10:20

Башҡортостандан Юрий Гордов Рәсәйҙең иң шәп һауынсыһы исемен яуланы

Башҡортостанда XXVII Бөтә Рәсәй машина менән һыйыр һауыу буйынса иң шәп оператор конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Абсолют лидер һәм төп бүләк – «Лада Гранта» автомобиле хужаһы – «Алексеевка» совхозы һауынсыһы Юрий Гордов. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, сарала Рәсәйҙең 55 төбәгенән 60 һауынсы ҡатнашты. Биш номинация буйынса конкурсты 40 судья баһаланы.

Юрий Гордов туғыҙ йыл һауынсы булып эшләй. Чемпион быйылғы еңеү — иң әһәмиәтлеһе тип иҫәпләй.

Еңеүселәргә наградаларҙы Башҡортостан вице-премьеры һәм ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов тапшырҙы. «Башҡортостан эре малдар һаны һәм һөт һауыу буйынса төбәктәр араһында икенсе урынды биләй, уны эре ҡулланыусыларҙың береһе булып тора. Сағыштырыу өсөн: әгәр Рәсәйҙә халыҡтың йән башына 243 килограмм ҡулланылһа, республикала иһә 320 килограмм», — тип билдәләне ул.

«Бөтә йәштәге ир-егеттәр» номинацияһында беренсе урында – Эдуард Александрин (Мордовия Республикаһы); икенсе урында – Савелий Крестинков (Мәскәү өлкәһе); өсөнсөлә — Николай Князев (Ханты-Манси автономлы округы).

«Ҡатын-ҡыҙҙар. 45-тән өлкән ветерандар» номинацияһында лидерҙар: беренсе урын – Галина Гончарева (Новосибирск өлкәһе); икенсе урын – Ольга Батаргина (Удмурт Республикаһы); өсөнсө урын – Светлана Степанова (Томск өлкәһе).

«1 йылдан 5 йылға тиклем эш стажы менән 45 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар» номинацияһында: беренсе урын – Марина Щепетова (Владимир өлкәһе); икенсе урын – Полина Липович (Архангел өлкәһе), өсөнсө урын – Наталия Туманина (Түбәнге Новгород өлкәһе).

«5 йылдан 14 йылға тиклем эш стажы менән 45 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар» номинацияһында: беренсе урын – Галина Играева (Вологда өлкәһе); икенсе урын – Анна Гришина (Омск өлкәһе); өсөнсө урын – Александра Савельева (Коми Республикаһы).

«14 йылдан ашыуыраҡ эш стажы менән 45 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар» номинацияһында лидерҙар: беренсе урын – Наталья Торкунова (Киров өлкәһе); икенсе урын – Екатерина Сверчкова (Рязань өлкәһе); өсөнсө урын – Наталья Шахматова (Свердловск өлкәһе).
Читайте нас: