Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Август 2019, 14:36

Был сара эскелек менән көрәшеүгә әйҙәй

Эскесе - ул енәйәтсе! Ул - бур! Яҡындарының, ата-әсәһенең, балаларының иң ҡәҙерле байлығын - һаулығын, бәхетен, именлеген урлаусы. Уның быға ниндәй хоҡуғы бар?! Хоҡуҡ боҙоусы - енәйәтселәргә ниндәй ҡаты мөнәсәбәт ҡуйыла (мәҫәлән төрмәлә), эскеселәргә лә шулай булырға тейеш, минеңсә. Эскелек ул - наркоманлыҡтың һыңары, айырма шунда ғына - ул әкрен үлтерә. Наркотик һатыусыларға, наркомандарға закон тарафынан ниндәй яза ҡаралған, скөмөшкән һәм теләһә ниндәй спирт һатыусыларға, эскеселәргә лә шул сама яза ҡуйылырға тейеш. Беҙҙең республикала хәлде яҡшыртыу өсөн муниципаль ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл» конкурсы үткәрергә ҡарар ителде. Был турала махсус ҡарар ҡабул ителде.

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсы 1 сентябргә тиклем дауам итә. Иң күп заявкалар Илеш районынан – 22 ауыл. Ауырғазы һәм Яңауылда – 18-ҙәр ауыл. Ә Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез райондарынан 16-шар ауыл айыҡлыҡ буйынса көс һынашмаҡсы.

Ҡайһы бер райондар тулыһынса ҡатнашырға уйлай – Стәрлебаш районының барлыҡ 15 ауыл биләмәһе лә теләк белдергән. Шулай уҡ, Благовар, Благовещен, Ейәнсура райондарынан тәүге этапҡа 15-шәр заявка ҡабул ителгән.

Әйткәндәй, Ейәнсурала, район башлығы инициативаһы буйынса, райондың приз фонды булдырылған. Район этабында еңеүселәр I – III урындар өсөн 300 мең, 200 мең һәм 100 мең һум күләмендә аҡса отасаҡ.

Конкурс положениеларына ярашлы, заявкалар ҡабул итеү туҡтағас, райондарҙа ярыш этаптары башлана: эскелеккә ҡаршы көрәш саралары әҙерләү һәм үткәреү, иҫерткес эсемлектәр эсеү һәм тәмәке тартыуҙы пропагандалаған рекламаларҙы хоҡуҡлы рәүештә тыйыу буйынса аңлатма эштәре алып барыу, кешеләрҙе тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр һәм башҡа наркотик матдәләр ҡулланыу бәйлелегенән ҡотҡарыуҙа ярҙам күрһәтеү; һауыҡтырыу проблемалары буйынса курстар, форумдар, конференциялар ойоштороу, шул өлкәлә эшләүсе дәүләт ойошмалары һәм башҡа ойошмалар менән бәйләнеш булдырыу. Күберәк халыҡты йәлеп итеү, мәғлүмәттә сағылдырыу һәм статистика күрһәткестәрен яҡшыртыу баһалана. Конкурстың район этаптары 19 ноябргә тиклем дауам итә. 20 - 30 ноябрҙә ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын йәмәғәтселек алдында яҡлауы көтөлә. Тәүге этапҡа йомғаҡтарҙы муниципаль райондың ойоштороу комитеттары яһай.

Конкурстың республика этабына заявкаларҙы ҡабул итеү 1 декабрҙә башлана.

Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, конкурста ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге, мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуы баһаланасаҡ. Айыҡ тормош алып барыу тураһындағы материалдарҙы социаль селтәрҙәрҙә баҫтырғанда #Трезвое село2019, йәки #Айыҡауыл2019 хештегтарын ҡулланырға кәрәк. Унда Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының ауыл биләмәһе исемен мотлаҡ рәүештә күрһәтеү мөһим.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы хакимиәте, муниципаль район хакимиәттәре, Ғаилә һәм хеҙмәт, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлыҡтары, Матбуғат агентлығы һәм Киң мәғлүмәт саралары тора.

Ойоштороу комитеты.

***

«Айыҡ ауыл» конкурсының I этабын үткәреү өсөн Стәрлебаш районында ойоштороу комитеты раҫланды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына унда әүҙем ҡатнашырға, «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите редакцияһына - конкурс барышын киң яҡтыртырға кәңәш ителде.
Читайте нас: