Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Август 2019, 20:37

Асҡындар айыҡ тормош яҡлы

9 августа “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһен тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән сарала видеобәйләнеш аша ике тиҫтәгә яҡын район хакимиәттәре, урындағы ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурстың шарттары менән таныштырҙы, райондарҙы бәйгегә ҡушылырға саҡырҙы.

Бәйгенең төп маҡсаты – кеше күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Әлеге ваҡытта бәйге дауам итә, муниципаль район этабында ҡатнашырға теләгән ауылдар 15 авгусҡа тиклем ғариза тапшырырға тейеш. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкән урындарҙа эскелеккә ҡаршы саралар үткәреләсәк, аңлатыу эштәре алып барыласаҡ. Ялған алкоголле эсемлектәр һатылған урындарҙы һәм һатыусыларҙы асыҡлау йәһәтенән ойошторолған рейдтарға айырым иғтибар бүленәсәк, унда ауыл әүҙемселәре, матбуғат саралары, район хакимиәте, урындағы ҡоролтай вәкилдәре лә йәлеп ителәсәк.

Бәйгенең икенсе этабында муниципаль кимәлдә еңгән ауылдар көс һынашасаҡ, был саралар сентябрҙән 30 ноябргә тиклем барасаҡ. Республика этабына ғаризалар 1 декабрҙән ҡабул ителә. Бәйге һөҙөмтәләре киләһе йылдың мартында иғлан ителәсәк.

Быйылғы конкурстың даирәһе һәм мөмкинлектәре күпкә киңерәк, приздар фонды ла элекке йылдарҙағыға ҡарағанда байтаҡҡа юғары.

Видеоселектор аша ойошторолған кәңәшмә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Төрлө район вәкилдәре бәйге сиктәрендәге эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Миҫалдарға килгәндә, әлеге ваҡытта Асҡын районында 15 ауыл бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәре иһә, алкоголгә бәйлелек менән йонсоғандарға конкурс сиктәрендә медицина һәм психологик ярҙам күрһәтеп булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһынды. Республика Хөкүмәте ҡарары менән Ойоштороу комитеты булдырылған, унда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә инә. Шуға күрә бәйге барышында алкоголь бәйлелегенән яфаланғандарға ғәмәли ярҙам күрһәтеләсәк.

Киләһе видеоселектор кәңәшмәһе 13 августа үтәсәк, унда башҡа район вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

#Трезвоесело2019

#Айыҡауыл2019
Читайте нас: