Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Июль 2019, 14:14

«Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсы еңеүселәре проект өсөн 3,8 миллион һум ала

Башҡортостан Республикаһында «Иң яҡшы муниципаль практика» бөтә Рәсәй конкурсының «Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү» номинацияһында төбәк этабы еңеүселәре билдәле булды.

Комиссия республиканың туғыҙ ҡала округы һәм ете алыу биләмәһенең конкурс ғаризаларын ҡараны. Конкурста призлы урындар яулаусы муниципаль берәмектәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә:


I категорияла 3,8 миллион һум 1-се урын өсөн; 2,28 миллион һум 2-се урын өсөн һәм 1,52 миллион һум 3-сө урын өсөн;


II категорияла 1,2 миллион һум 1-се урын өсөн; 0,72 миллион һум 2-се урын өсөн һәм 0,48 миллион һум 3-сө урын өсөн.


Аҡсаны ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү буйынса сараларға йүнәлтергә мөмкин.


I категорияла — ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре еңеүсе тип танылды:


1-се урында – Октябрьский ҡалаһы «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу – ҡаланың экологик именлегенә аҙым» тәжрибәһе буйынса.


2-се урында – Ишембай ҡалаһы «Город-Инфо» мәғлүмәт системаһы» тәжрибәһе буйынса;


3-сө урында – Стәрлетамаҡ ҡалаһы «Стәрлетамаҡ йөрәгенә артерия – ҡала халҡы йөрәгенә юл» тәжрибәһе буйынса.


II категорияла – ауыл биләмәләре еңеүсе тип танылды:


1-се урында – Әбйәлил районының Йәнгел ауыл советы биләмәһе «Йәнгел ауылы, Ленин урамы, 1В (Ял паркы) адресы бйынса йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү» тәжрибәһе буйынса;


2-се урында – Дүртөйлө районының Әсән ауыл советы биләмәһе «Урындағы инициативаға нигеҙләнгән ауыл ерендә халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү» тәжрибәһе буйынса;


3-сө урында – Хәйбулла районының Әбеш ауыл советы биләмәһе «Янғынға ҡаршы беренсел хәүефһеҙлек сараларын, автомбиль юлдарын үҙ көсөң һәм ауыл биләмәһе мөлкөте менән ҡарау йәһәтендә төҙөкләнереү һәм юл эшмәкәрлеген ойоштороу» тәжрибәһе буйынса.


Республика этабында еңеүселәрҙең ғаризалары «Иң яҡшы муниципаль практика» бөтә Рәсәй конкурсына ҡатнашыу өсөн Федераль конкурс комиссияһына йүнәлтеләсәк.

Читайте нас: