Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Июнь 2019, 14:09

Эштәрен яҡшы беләләр

Традицияға ярашлы, Һабантуй алдынан иң яҡшы машина менән һыйыр һауыу операторҙарын билдәләйҙәр. Шаршамбы көндө һөтсөлөк менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарҙан ун һауынсы көстәрен һынап ҡарарға һәм һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтергә килде. Был юлы сара Ленин исемендәге хужалыҡтың Йомағужа ауылы эргәһендәге йәйге лагерҙа үткәрелде.

Стәрлебаш ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров һәм Ленин исемендәге хужалыҡ етәксеһе Юрис Синәғоловтың ҡыҫҡаса сәләмләү һүҙенән һуң, район хакимиәтенең АПК бүлегенең баш зоотехнигы Наил Йосопов конкурс шарттары менән таныштырҙы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек ошондай ярыштарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан, уларҙың күптәре призер ҙа булған. Уҙған йылдарҙағы кеүек, уларға конкурстың ике этабын үтергә: һауыу аппаратын һүтеп йыйырға һәм «бөтә ҡағиҙәләр буйынса» һәүкәште һауырға кәрәк ине.

Конкурстың беренсе этабын «Урожай» йәмғиәте вәкиле, ошо конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнашыусы Татьяна Тимофеева (аҫтағы һүрәттә) асты. Һыйыр һауыу аппаратын тиҙ генә һүтеп-йыйыуҙан тыш, был эштең сиратлылығын да дөрөҫ үтәү мөһим. Быны эшләү еңел түгел, өҫтәүенә, һине бер нисә кеше күҙәтеп тора. Әммә ҡатнашыусылар был заданиены бик яҡшы үтәне.

Берәүҙәр һауыу аппараты эргәһендә булышҡансы, икенселәре һыйырҙы дөрөҫ һауыу оҫталығын күрһәтте. Бында ла шулай уҡ үтә иғтибарлы булырға һәм бик күп нескәлектәрҙе иҫәпкә алырға: еленде яҡшылап йыуырға, һауыу аппаратын уға дөрөҫ тоташтырырға һәм массаж тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк ине. Жюри ағзалары хәйләһеҙ ысул ярҙамында: ҙур булмаған аппаратҡа фильтрлы туҡыма ҡуйып, уның аша һөттө һөҙөп һөттөң таҙалығын билдәләне. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһының да һуңһы һөҙөмтәлә ошо туҡыма бер үк таҙа кеүек күренһә лә, әммә Стәрлебаш һөтсөлөк заводы мастеры Ирина Абсаттарова һәм әйҙәүсе ветеринар табип Рита Мөхәмәтйәрованың үткер күҙҙәре аша бер сүп тә «үтә» алмай!

Хужалыҡтың ашханаһында әҙерләнгән өҫтәл артында конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ленин исемендәге хужалыҡ, һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡсыл һәм йомарт булды.

Шулай итеп, иң күп - 63,9 мәрәй йыйып, Матросов исемендәге хужалыҡты күрһәтеүсе Елена Савина беренсе урын яуланы. Конкурстың икенсе призеры «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтенән Светлана Триханованың 1,4 мәрәйгә аҙыраҡ, ә «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтенең машина менән һыйыр һауыу операторы Гөлсирә Хужина (уҙған йылда конкурста еңеүсе) һәм Ленин исемендәге хужалыҡтан Эльмира Кинйәбулатова үҙ-ара өсөнсө урынды бүлеште. Еңеүселәргә ҡиммәтле, ә башҡа ҡатнашыусыларға дәртләндергес бүләктәр тапшырылды. Сара улар өсөн оҫталыҡтарын күрһәтеү генә түгел, хеҙмәттәштәре менән ихлас аралашыу мөмкинлеге лә бирҙе. Ошондай һөнәри оҫталыҡ конкурстары киләсәктә лә, элекке кеүек үк, операторҙар араһында ғына түгел, механизаторҙар араһында ла үткәрелер тип ышанғы килә.


Фаягөл ЙОСОПОВА.

Автор фотолары.


Читайте нас: