Унда ауыл һәм ҡала биләмәләре ҡатнаша, улар араһынан иң яҡшы үҙидара органдарын асыҡлайҙар. Шулай уҡ конкурста республиканың баҫма матбуғат һәм телерадиокомпания журналистары ҡатнаша. Бөтәһе 10 номинация. Ойоштороусылар ғаризаларҙың 2019 йылдың 20 мартына тиклем ҡабул ителеүен билдәләне.