Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Февраль 2019, 12:32

Йыр менән сафтарҙа

Хәрби-патриотик тәрбиә сиктәрендә мәктәптәрҙә ойошторолоған «Зарница» хәрби-спорт уйынында уҡыусылар тәүге хәрби әҙерлек һабағы ала. Үткән аҙнала 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә 5-7 класс уҡыусылары араһында бик мауыҡтырғыс смотр-конкурс үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына бағышланды.

Ҡатнашыусы командалар смотр башланғанын түҙемһеҙләнеп көттө. Ул, ғәҙәттәгесә, дөйөм сафтарҙа теҙелеп, командаларҙың сараға әҙер булыуы тураһында баш судья, тормош хәүефһеҙлеге дәресе уҡытыусыһы Алик Рысаевҡа рапорт биреүҙән башланды. Ҡатнашыусылар алдында сара ҡунағы, Ҡораллы Көстәр органдары ветераны, отставкалағы майор Әҙхәт Ғәлиев сығыш яһаны.

- Һеҙ Ватанды һаҡлар өсөн һау-сәләмәт булып үҫергә тейешһегеҙ. Уҡыуға ла ныҡ иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә белемегеҙ яҡшы икән, һеҙгә ауыр булмаясаҡ. Тағы ла бәләкәйҙән үк үҙегеҙҙе, ата-әсәләрегеҙҙе һәм ололарҙы хөрмәт итергә өйрәнегеҙ, - тине Әҙхәт Саҙрислам улы.

Һәм бына конкурс башланды. Күреүебеҙсә, уҡыусылар уға етди әҙерләнгән. Һәр команданың тиерлек девизы һәм формаһы бар. Улар араһында йәш армиясыларҙы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине. Бәйге өлкәндәрҙән, был осраҡта 7 «А» класы командаһы сығышынан башланды. Ҡатнашыусыларға бер сафҡа теҙелеп, төрлө яҡҡа боролоп, артабан йыр менән сафта үтергә кәрәк ине. Бында һәр кем, ысынлап та, берәү барыһы өсөн, барыһы берәү өсөн, тигән девиздың асылына төшөнгәндер. Уҡыусылар өсөн уҡытыусылар ҙа борсолдо.

Командаларҙың барыһы ла этаптарҙы уңышлы үтте. Һөҙөмтәләр буйынса судьялар беренсе урынды 7 «Б» класының «Рәсәй һалдаттары» командаһына бирҙе. Икенсе урында 7 «А» класы командаһы, өсөнсө - 6 «Б» класы командаһы. Командирҙар араһында Дарина Ибәтуллина (7 «Б») яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урынды Камил Хәсәнов (7 «А») һәм Б.Рожкова (5 «А») бүлеште. Өсөнсө урын йәш капитан Данил Йомадиловта (5 «Б»). Ҡатнашҡан барлыҡ командалар һәм еңеүсе командалар Грамоталар менән бүләкләнде.

Һис шикһеҙ, ошондай саралар барышында уҡыусылар башланғыс хәрби әҙерлектең практик күнекмәләренә, спорт оҫталығына өйрәнә, шулай уҡ конкурс уҡыуҙа алған теоретик материалды яҡшыраҡ үҙләштерергә һәм нығытырға ярҙам итә.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: