Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Ғинуар 2019, 18:26

“Ҡар бөртөгө”ндә йөрөгөң киләме?

3 февралдә Башҡортостанда “Ҡар бөртөгө-2019” тип аталған ғаилә фестивале үтә. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар ташыу компанияһы ойошторған сара урынына унда ҡатнашырға теләгән һәр кем “Ҡар бөртөгө” тип аталған туристик поезда бара ала.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә, элекке Голодный утары янындағы яланда фестиваль быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Конкурстың программаһы бик бай һәм мауыҡтырғыс: саңғы уҙышы, тюбингтарҙа шыуыу, спорт уйындары.


“Ҡар бөртөгө” туристик поезы Дим станцияһынан — 07.58, Өфө станцияһынан 08.30 ҡуҙғала. Кире ҡайтҡанда Сим станцияһынан ҡуҙғалыу ваҡыты — 17.50.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: