Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2018, 12:12

Азалия илдең иң яҡшы рәссамдары иҫәбендә

МТСтан «Поколение М» хәйриә проекты һәм Третьяков галереяһы тарафынан ойошторолған «Авангардист» конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инеү бөтөнләй еңел түгел.

Тотош ил буйынса конкурсҡа меңләгән ебәрелгән һүрәтте профессиналь жюри: Третьяков галереяһы педагогтары баһаланы һәм иң яҡшы 20 һүрәтте һайланы. Улар араһында - Башҡортостандан ике ҡыҙҙың - Өфө ҡалаһынан Милана Мәҡсүтова һәм Стәрлебаш ауылынан Азалия Йәғәфәрованың эштәре лә бар.

Азалия - Первомайский урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы. Дүртенсе йыл Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә уҡый. Уның һәләттәрен Гөлнара Кинйәбулатова шунда уҡ күрә.

- Ҡыҙ һәләтле, тырыш, ныҡышмалы, - ти уҡыусыһы тураһында Гөлнара Дамир ҡыҙы.

Ошондай абруйлы конкурста йәш рәссам тәүге тапҡыр ҡатнаша һәм ундағы еңеү, һис шикһеҙ, ҙур ҡаҙаныш.

А.Йәғәфәрованың эштәре «Тоғро дуҫ» тип атала һәм лучизм тигән авангард стилендә (һынлы сәнғәт йүнәлештәренең береһе) башҡарылған. Конкурста еңеүселәрҙең бөтә картиналары күпмелер ваҡыт дауамында рус авангардына нигеҙ һалыусы Михаил Ларионовтың күргәҙмәһе менән бер үк ваҡытта Крымский Вал урамында Яңы Третьяков галереяһында асыҡ буласаҡ.


Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото А.Йәғәфәрова тарафынан бирелде.
Читайте нас: