Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Август 2018, 12:08

Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы

«Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы башланғандан алып гәзит уҡыусыларын райондың үрнәкле, ижади, бергә ҡыҙыҡлы һәм лайыҡлы ғүмер кисергән ғаиләләре менән таныштырҙыҡ. Һарайҫа ауыл биләмәһендә ошондай ғаиләләрҙең күп булыуы тураһында уларҙы район Мәҙәниәт йорто сәхнәһенән ҡарап, уларҙың ижади, музыка, бейеү конкурстарында еңеүҙәре тураһында гәзит биттәренән уҡып беләбеҙ. Үткән аҙнала Ғаилә йылына бағышланған конкурс тап уларҙа, Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортонда үтте.

Байрам мөхите, шат күңелле, һәләтле конкурсанттар. Ғаилә парҙарының йәштәре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла моңло йырлай һәм бейей белгән, лайыҡлы, етеш тормошта, хеҙмәт һөйөп һәм бер-береһен аңлап йәшәгән, балаларына һәм ейәндәренә һәйбәт тәрбиә биргән әүҙем кешеләр. Ғаилә - кеше тормошонда иң мөһиме, ә ғаиләләге мөнәсәбәттәр - ғаилә ағзаларының һәр ҡайһыһының ҙур тырышлығы булыуын аңлау уларҙы берләштерә.

Беренсе ғаилә пары сәхнәгә сығыр алдынан «Әхирәттәр» һәм «Йәйғор нурҙары» эстрада фольклор коллективтары тарафынан «Бәпес ҡайтты» хореографик композицияһы күрһәтелде, һәм был юҡҡа ғына түгел. Өмөтбай ауылынан Эльвина, Арыҫлан һәм Алтынай исемле өс бала тәрбиәләгән Люциә һәм Әлфәрит Фәйзуллиндарҙың ғаиләһендә күптән түгел генә дүртенсе сабыйҙары - Әминә исемле ҡыҙҙары тыуған. Ошондай тантаналы, байрамса мөхиттә ауыл биләмәһе башлығы Раушан Байназарова уларға тыуыу тураһында таныҡлыҡ, ә балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Абдуллина, Фәйзуллиндарҙы ҡотлап һәм сабыйға һау-сәләмәт үҫеүен теләп, балалар баҡсаһына саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы.

Был ғаилә парын ауылдаштары ярата һәм хөрмәт итә, сөнки улар асыҡ, изге күңелле кешеләр. Әлфәрит - Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләй, Люциә - балалар баҡсаһында тәрбиәсе.

Уларҙың бөтә балалары ла «Йәйғор нурҙары» өлгөлө балалар коллективында шөғөлләнә. Фәйзуллиндар ғаиләһенә - 17 йәш. Уларҙың яңы ике ҡатлы, иркен, уңайлы йорттары хужаларҙың тырышлығы, эшһөйәрлеге тураһында һөйләй. Атайҙары Себерҙә булғанда, балалары - әсәһенең төп ярҙамсылары. Үрге Шәкәр ауылынан Роза һәм Мөнир Псянчиндарҙың сығыштары ошо ишле ғаиләгә музыкаль бүләк булды.

Артабан сәхнәгә Түбәнге Шәкәр ауылынан Рәзилә һәм Рәүеф Алтынбаевтарҙың ғаиләһе күтәрелде. Был парҙың ғаилә стажы - 45 йыл. Бынан тыш, Алтынбаевтар ғүмер буйына бик күп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, егәрле, эш һөйөүсән хеҙмәткәрҙәр була. Рәүеф Ҡотлобулат улы фермала мал ҡараусы булып эшләй, Рәзилә Ғәбит ҡыҙы - сөгөлдөр үҫтерә. Бер ваҡытта ла ауырлыҡтарҙан, эштән ҡурҡмайҙар, улар кеүек кешеләр тураһында: «Тормош уртаһында ҡайнай» тиҙәр. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, уларға белем алырға ярҙамлашалар. Лилиә үҙен медицинала таба, Эльмира - журналист, Илгиз - Салауат драма театры актеры.

Ауылдаштарға өсөнсө ғаилә пары - Йәлембәт ауылынан Ғәрифә һәм Мостафа Дауытовтар ҙа яҡшы таныш. Улар «Алтын ғаилә» номинацияһында күрһәтелде. Егәрле, берҙәм, ҡунаҡсыл, биш ҡыҙ тәрбиәләгән ғәилә - йәштәргә һәр йәһәттән үрнәк. Мостафа Нурғәли улы колхоз рәйесе була, Ғәрифә Вәлиша ҡыҙы төрлө вазифаларҙа эшләй. Тырыш ғаилә балаларын лайыҡлы тәрбиәләй, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе бар. Бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле ирле-ҡатынлы Дауытовтар бына инде 65 йыл бергә ғүмер итә. Уларҙың йорттарында һәр ваҡыт ҡунаҡтар, ейән-ейәнсәрҙәре өҙөлмәй. Улар изге күңелле кешеләр, аҡыллы остаз, йәштәр өсөн кәңәшсе.

«Алтын ғаилә» исеме Үрге Шәкәр ауылынан Люциә Байназарова һәм Рәшит Әбүләевтарҙың ғаиләһенә тура килә. Ағымдағы йылда ғаилә пары алтын туйҙарын - 50 йыл татыу ғүмер кисереүҙәрен билдәләне. Люциә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы - уҡытыусы булып эшләй, Рәшит Кинйәбулат улы - парторг ойоштороусыһы, инженер була. Өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Рәмзит - «Рәсәй 1» телеканалы етәксеһе, Рафиҡ - район үҙәгенең 1-се урта мәктәбе директоры, бәләкәй улдары Рафаэль - район йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Әбүләевтар - алты ейәне өсөн бәхетле өләсәй һәм олатай. Люциә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы - «Стәрлебаш районының Почетлы гражданины», район һәм республика кимәлендә бик күп еңеүҙәр яулаған «Күндерәккәй» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе. Был талантлы, дәртле ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел.

Йәлембәт ауылынан Фирүзә һәм Флорид Иҫәнсуриндарҙың йәш ғаиләһе беҙҙең район халҡына ғына түгел, тотош республикала яҡшы билдәле. Күптән түгел беҙ уларҙың «Ғаилә - туған тел һаҡсыһы» республика конкурс-фестивалендә ҡатнашыуҙары тураһында яҙғайныҡ. Улар унда ижади оҫталыҡтары һәм халыҡ традицияларын һаҡлағандары өсөн «Ижад ҡомарлы, маҡсатлы ғаилә» номинацияһында еңеү яҡланы. Флорид Ғәйнулла улы Салауат ҡалаһында янғын һүндереүсе, Фирүзә Хәлләф ҡыҙы - Йәлебәт мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ысынлап та, был бик талантлы ғаилә. Фирүзәнең башҡорт халыҡ йырҙарын моңло башҡарыуын бер генә тапҡыр ишеткәндәр ҙә уның тауышына битараф ҡалмай. Иҫәнсуриндар 15 йыл бергә, ҙур өй һалып сыҡҡандар. Ата-әсәһенә оҡшап, уларҙың өс балаһы Морат, Айгүзәл һәм Әлиә лә әүҙем, ижади һәләтле һәм эшһөйәр булып үҫеп килә. Уларһыҙ бер мәктәп сараһы һәм концерттар үтмәй.

Бына шундай иҫ киткес, һоҡланғыс ғаиләләр йәшәй Һарайҫа ауыл биләмәһендә. Әлбиттә, бөгөнгө көндә уңышлы, хөрмәтле кешеләр булыр өсөн улар бик күп тырышлыҡ һалған, тормош ауырлыҡтарын һәм һынауҙарын бергә үтеп, бер-береһенә һөйөү, хөрмәт һәм хәстәрлек хистәрен юғалтмаған.

Ғаилә парҙары менән киләһе осрашыу Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһендә була.
Читайте нас: