Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Май 2018, 11:44

Рәхәтләнеп гәзит тә уҡы, бүләкле лә бул

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләктәр уйнатыуҙа 10 кеше бүләк отто.

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләктәр уйнатыуҙа 10 кеше бүләк отто.

Тартмала квитанциялар көндән көн арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, гәзиткә яҙылған һәр кемдең бүләк отоу мөмкинлеге бар - стакандар, матур сәй сервиздары һәм башҡа бик күп бүләктәр. 18 майҙа үткән сираттағы бүләктәр уйнатыуҙа стәрлебаштар А.Әхмәҙиев, В.Ғилманов, Р.Ҡолмөхәмәтов, З.Шәрәфуллина, Г.Шәриповаға һәм район үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре И.Әһлиуллин, Ф.Сиражетдинова, Г.Зариповаға уңыш йылмайҙы.

Мәҫәлән, Нәсимә Ҡәйүпова бер нисә тиҫтә квитанция араһынан тартып сығарғаны тап үҙенеке булды! Ул үҙе лә быға бик ғәжәпләнде һәм бер үк ваҡытта шатланды ла. Шулай уҡ район үҙәгендә йәшәүсе Гөлсинә Рәхимова ла бүләккә эйә булды, ул бүләктәр уйнатыуға иң һуңғыһы булып ҡушылғайны. Ҡотлайбыҙ!

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.


Читайте нас: