Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Апрель 2018, 12:13

Һәләтле лә, оҫта ла Стәрлебаш һылыуҡайҙары

Күптән түгел район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткән «Стәрлебаш гүзәле» район конкурсы традицияға әүерелде. Матурлығын, ижади һәләттәрен күрһәтеп, йәш ҡатындар һәм ҡыҙҙар унда теләп ҡатнашты.

Ағымдағы йылда конкурстың финал турында 11 һылыуҡай ҡатнашты. Аҡыллы, талантлы, һөйкөмлө, мөләйем һылыуҡайҙар тамашасыларға һәм жюри ағзаларына үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәтте. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә иҫ киткес һәм наградаға лайыҡ ине. Сығыштарын фото- видео слайдтар менән биҙәп, улар үҙҙәре тураһында «Визитка» конкурсында ҡыҙыҡлы һөйләне. Шулай уҡ «Минең геройым» конкурсында хөрмәтле кеше тураһында һөйләп, киске матур күлдәктәрҙә кем ниндәй һәләткә эйә булыуын күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың береһе моңло йырланы, икенсеһе йөрәк елкендергес итеп бейене йәки фантазия һәм юмор менән скетч күрһәтте. Был эштә уларға хуплау төркөмөнән коллегалары, дуҫтары ярҙам итте. Конкурста ҡатнашыусылар һәләтле һәм оҫта булып сыҡты. Уларҙың һәр ҡайһыһы еңеү яуларға тырышып, сәхнәлә үҙҙәрен оҫта тотто һәм лайыҡлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә, жюри ағзаларының берҙәм фекере буйынса, Әлиә Шәрипова (2-се Стәрлебаш урта мәктәбе) Гран-при яулап, «Стәрлебаш гүзәле» исеменә лайыҡ булды. Беренсе урын Вилена Мөрәсеваға (Хәлекәй ауыл биләмәһе), икенсе урын - Ләйлә Күсәрбаеваға (Иҫке Ҡалҡаш), өсөнсө - Гөлфиә Назароваға (Ямғырсы ауыл биләмәһе) бирелде. Ә Розана Ғәлиева (Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе) «Нәфис һүҙ оҫтаһы», Алһыу Һөйәрембәтова (Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе) - «Ижади һылыуҡай», Рузилә Мостафина (Буҙат ауыл биләмәһе) - «Һоҡланғыс гүзәлкәй», Эльвина Бурдикова (Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе) - «Һөйкөмлө гүзәл», Валентина Дьячкова (Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы) - «Бизнес-леди», Диана Хәлитова (Аллағыуат ауыл биләмәһе) - «Мөләйем гүзәлкәй», Юлиә Саляева (1-се Стәрлебаш урта мәктәбе) - «Күркәм гүзәлкәй» һәм Интернет тауыш биреү еңеүсеһе «Интернет гүзәле» номинацияларында бүләкләнде.

Конкурста ҡатнашыусылар таланты, дәрт-дарманы, оҫталығы менән тамашасыларға бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте тип билдәләп үтергә кәрәк. Ә шәхси эшҡыуар Гүзәл Арыҫланованың «Сәскәләр һәм бүләктәр донъяһы» магазинынан гөлләмәләр ҡыҙҙарҙың күңеленә хуш килде, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Байрам юғары кимәлдә үтте.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: