Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Март 2018, 11:42

Бейеүҙәрҙә - халыҡ тормошо

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортонда йыл һайын үткәрелеүсе «Еҙ үксә» республика хореография конкурсының муниципаль этабы үтте. Уны Стәрлебаш ауылының Балалар ижад йорто ойошторҙо, унда балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары, ойошмалары коллективтары ҡатнашты.

«Еҙ үксә» конкурсы йылдан-йыл заманса бейеүҙәрҙең күп төрлө булыуын, ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың хореографтарының потенциалын аса, яңы исемдәр билдәләнә. Бына ағымдағы йылда ла һәр коллектив үҙ оҫталығын күрһәтеп, бейеүҙә уйланылған идеяны, уның милли колоритын асырға тырышты. Дәртле заманса, хисле халыҡ, башҡорт һәм татар бейеүҙәре күрһәтелде, ә ҡайһы берәүҙәр уларҙы тотош театр тамашаһына әүерелдерҙе. Жюри барыһын да - башҡарыу оҫталығын, бейеүселәрҙең костюмдарын, бейеүҙәрҙең йөкмәткелелеген һәм үҙенсәлеклеген, һәм әлбиттә, конкурсанттарҙың артистизмын баһаланы. Ҡатнашыусылар дүрт йәш категорияһында сығыш яһаны: мәктәпкәсә йәштәге балалар (5-6 йәш), мәктәп уҡыусылары (7-12 йәш) һәм (13-17 йәш), ҡатнаш йәш төркөм. Барлыҡ еңеүселәр һәм призерҙарға Маҡтау грамоталары тапшырылды, ә Йәлембәт урта мәктәбенең «Күндерәккәй тамсылары» (һүрәттә) (етәксеһе Ф.Х.Иҫәнсурина) берләшмәһе беҙҙең районды конкурстың республика этабында күрһәтәсәк.

Был конкурста еңелеүселәр булманы, барыһы ла еңде. Ҡатнашыусылар сәхнәлә сығыш яһау мөмкинлеге, ә тамашасылар сағыу, һоҡланғыс бейеүҙәрҙе ҡарауҙан күңел күтәренкелеге алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, был көндө бейеүҙәр барыһына ла: бейеүселәргә лә, тамашасыларға ла шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итте.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: