Күптән түгел беҙҙә етенсе класс уҡыусылары араһында «Атай, әсәй, мин - спортсы ғаилә» тип аталған спорт байрамы үтте. Иң спортсы ғаилә исеме өсөн өсәр кешенән торған командалар көс һынашты. Дүрт уҡыусының ғаиләһе конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Команданың девизы, ғаилә менән таныштырыу унда ҡатнашыу шарттарының береһе ине. Ярыш башланған минуттан алып аҙағына тиклем байрамса, күңелле мөхит хөкөм һөрҙө. Ҡатнашыусылар ярышты, көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп торҙо, ә жюри ағзалары һәр конкурсты ла төплө баһаланы. Һөҙөмтәләр буйынса Ғәлимовтар һәм Хәйбуллиндар ғаиләләре өсөнсө, Юламановтар ғаиләһе - икенсе урын яуланы, Әлиевтар ғаиләһе еңеүсе булды. «Иң спортсы ғаилә» номинацияһында Ғәлимовтар еңеү яуланы. Хәйбуллиндар һәм Әлиевтар ғаиләләре иң әүҙем һәм татыу тип танылды. Лилиә Әлиева «Иң спортсы әсәй» миҙалына лайыҡ булды. Райман Хәйбуллин иң спортсы атай булды. Мәктәп директоры З.Ҡотлошина байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар, ә класс етәксеһе һәм ошо юлдар авторы иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. Спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыу һәр ваҡыт модала булып ҡала, ә сәләмәт ғаилә - ҙур бәхет ул!