Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Февраль 2018, 13:29

Егеттәребеҙ һынатмай

15 февралдә «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған йыл һайын үткәрелеүсе «Рекрут-2018» конкурсы үтте. Унда район үҙәгенең 1-се һәм 2-се, Первомайский урта мәктәптәре һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалы уҡыусылары ҡатнашты.

Сәләмләү һүҙенән һәм йылы теләктәрҙән һуң йыр менән сафта йөрөү смотры булды. Ҡатнашыусылар тәүге заданиены ни тиклем дөрөҫ, ышаныслы үтәүен жюри ағзалары баһаланы. Сара башланыу менән егеттәр ныҡышмалы көрәшкә ниәтләнде. Артабан улар автоматты һүтеп-йыйҙы, ҡулдарҙа этелде, турникта күтәрелде, йөҙөү буйынса ярышты. Шулай уҡ Тыуған ил тарихы буйынса викторинала белемдәрен һынап ҡарай алды. Барлыҡ конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе командаһы еңеүсе булды. Икенсе урында

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалы командаһы, өсөнсө урынды - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе һәм Первомайский урта мәктәбе командалары яуланы. Бындай конкурстар үҫмерҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки егеттәр бала саҡта көслө һәм зирәк, ҡыйыу һәм тәүәккәл һәм үҙ-үҙенә ышаныусан булырға, бар көсөн йыйып, еңеү яуларға хыяллана. Тап ошондай сараларҙа егеттәрҙә ыңғай сифаттар тәрбиәләнә лә инде. Был көндө йыйылыусыларҙың барыһы ла тағы бер тапҡыр быға инанды.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: