Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Февраль 2018, 10:49

Бөгөн йондоҙсоҡтар, иртәгә - йондоҙҙар!

Йыл һайын үткәрелеүсе «Йондоҙсоҡтар» район вокал фестивальконкурсы Балалар сәнғәт мәктәбе инициативаһы буйынса 2002 йылдан үткәрелә башлай, һәм уның тәүге ҡатнашыусылары ошо мәктәп уҡыусылар була. 2010 йылда проект киңәйеп, Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһында түгел, ә район Мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Ойоштороусылар унда ҡатнашыу өсөн район балалар баҡсалары һәм башҡа балалар учреждениелары тәрбиәләнеүселәрен саҡыра башлай. Уҙған йылдарҙа йәш таланттар - конкурс еңеүселәре, ҙур сәхнәлә лә юғары уңыштарға өлгәшә, улар район ғына түгел, хатта ҡала, республика һәм бөтә Рәсәй конкурс еңеүселәре һәм лауреаттары исемен яулай.

Йәш вокалсыларҙың быйылғы «Йондоҙсоҡтар» фестиваль-конкурсы район Мәҙәниәт йортонда ғинуар айының һуңғы көнөндә үтте. Ойоштороусылар у н ы Б а ш ҡо р то с т а н Республикаһында Ғаилә йылына бағышланы. Ә сараның маҡсаты - заманса башҡарыу үҫешен пропагандалау, артабан да ижади яҡтан үҫтереү өсөн айырыуса талантлы һәм профессиональ п е р с п е к т и в а л ы башҡарыусыларҙы асыҡлау. Жюри хөкөмөнә 40 вокал сығыш күрһәтелде һәм уларға 5 йәштән 16 йәшкә тиклемге вокалсылар араһынан иң лайыҡлыһын һайларға кәрәк ине. Быйыл конкурста ете белем биреү ойошмаһынан: район үҙәгенең 1, 2, 3, 4 һанлы һәм Первомайский балалар баҡсалары, башланғыс мәктәп һәм Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Конкурс 5 йәштән 7 йәшкә тиклем, 8 йәштән 11 йәшкә тиклем һәм 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге өс йәш төркөмөндә үтте. Шулай уҡ конкурсанттар ике номинация буйынса бүленде: махсус әҙерлеге булған һәм булмаған ҡатнашыусылар. Людмила Давыдова, Маргарита Сәлихова һәм ошо юлдар авторы конкурсты әҙерләп үткәрҙе. Балалар сәнғәт мәктәбенең музыка бүлегендә шөғөлләнеүсе Артур Арыҫланов менән Айлина Фазылова - кисәне алып барыусылар ҡ а т н а ш ы у с ы л а р ҙ ы тамашасылар менән оҫта таныштырҙы. К о н к у р с а н т т а р ҙ ы хупларға ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, преподавателдәр һәм дуҫтары

килгәйне. Тамашасылар һәр башҡарыусыны йылы ҡаршы алды. Сара сағыу һәм шуҡ «Карамельки» өлгөлө вокал ансамбле башҡарыуында «До-ре-ми» йыры менән башланды. Артабан - конкурс сығыштары. 5-7 йәш төркөмөндә Стәрлебаш, Мәҡсүт һәм Первомайский балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбе һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары таланттарын күрһәтте. Солистар ғына түгел, дуэттар ҙа йырланы. 8-11 һәм 12-15 йәш төркөмөндә Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Конкурста рус, башҡорт, татар, инглиз телдәрендә йырҙар яңғыраны. Конкурсанттар үҙҙәренең сығыштарында Тыуған ил, ғаилә, хайуандар, дуҫлыҡ тураһында йырҙар башҡарҙы. Балалар конкурсҡа һәйбәт әҙерләнеп, ышаныслы сығыш яһаны. Рузанна Насретдинова конкурс Гран-прийына лайыҡ булды. 5-7 йәш төркөмөндә Олеся Туҡтарова I дәрәжә, Амелия Рафиҡова (2 һанлы балалар баҡсаһы)

һәм Самира Мусаҡаева (башланғыс мәктәп) - II дәрәжә, Тимур Кәримов (2 һанлы балалар баҡсаһы) III дәрәжә лауреат булдылар. Башҡа ҡатнашыусылар уңышлы сығыш яһағандары өсөн дипломдар һәм татлы бүләктәр алды. Уртансы һәм өлкән йәш төркөмдәрендә Данис Ғәлиев, Илүзә Ҡаҙаҡбаева, Анита Арыҫланова, Әлиә Ҡадирова I дәрәжә лауреаттар булды. Айгизә Маннанова, Кристина Волокитина, Эльвина Мөрәсева, Эвелина Вәлиевалар II дәрәжә лауреат димломдары менән бүләкләнде. Индира Хәбибуллина, Рания Ғәлиева, Регина Ғәлиева, Эльвира Барадуллина III дәрәжә лауреат димломдары менән билдәләнде. Кисәне «Кантри», «Ямғыр», «Тулҡын», «Бөрйән ҡыҙы» бейеүҙәрен башҡарған Балалар сәнғәт мәктәбенең «Росинки» бейеү коллективы сығыштары биҙәне. Барлыҡ конкурсанттар ҙа «Йондоҙсоҡтар» фестивальконкурсында уңышлы сығыш яһағандары өсөн дипломдар менән бүләкләнде. Кисә күтәренке кәйефтә һәм байрамса мөхиттә үтте.

Ләйсән ХАЛИҠОВА, Балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыутәрбиә эше мөдире. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: